Башкирский колледж
сварочно-монтажного и
промышленного производства

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение

Главная » Образование » Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

27 апреля 2024

27 апрелдә беҙҙең колледж студенттары уҡытыусылар менән берлектә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында ҡатнашты.

Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.

Студенттар бик ҡыҙыҡһынып диктантты яҙҙылар, үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡаранылар, ә сара аҙағында ҡатнашыусы сертификаты менән бүләкләнделәр.